11:02 (UTC+5), 18 Апрель 2017

Башҡортостан — предприятиеларҙа сифат менеджменты системаһын индереү буйынса иң яҡшы өс төбәк иҫәбендә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 18 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Рәсәйҙә предприятиелары сифат менеджменты системаһын индергән иң һөҙөмтәле төбәктәр билдәләнде. Иң яҡшы өсәү иҫәбендә — Мәскәү, Санкт-Петербург һәм Башҡортостан.
Лидерҙар араһында Мәскәү өлкәһе, Татарстан, Һамар өлкәһе, Краснодар крайы ла бар. Ярославль, Свердловск өлкәләре һәм Ставрополь крайы исемлектең аҙағында килә.
Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, Рәсәй сифат системаһы рейтингты бер нисә индексҡа нигеҙләнеп төҙөгән. Улар араһында — сифат менеджменты системаһын индергән предприятиелар, сәнәғәт тармаҡтары һәм предприятие хеҙмәткәрҙәре һаны.
Менеджмент системаһын булдырыу һәм баһалау өсөн Хөкүмәттең сифат өлкәһендәге премияһының 20 йыл эшләү дәүерендә эшкә илдең бөтә субъекттарынан меңдән ашыу эксперт йәлеп ителгән. Улар төбәктәге предприятие етәкселегенең ролен, сифат өлкәһендә ойоштороу сәйәсәтен һәм страгегияһын, компанияларҙың партнерлығын һәм ресурстарын, эшкә урынлашҡан персоналдың ҡәнәғәт булыу-булмауын һәм булдырылған эш урындары һанын, ҡулланыусыларҙың продукцияның һәм хеҙмәттәрҙең сифаты менән ҡәнәғәтме йәки юҡмы икәнлеген баһаланы. Бынан тыш, ойошманың йәмғиәткә йоғонто яһауы һәм төбәктәге тормош иҫәпкә алынды.
Рейтинг предприятиеларҙа сифат менеджменты системаларын индереү динамикаһын баһалау һәм төбәктәрҙе учреждениеларҙы эшҡыуарлыҡ процестарын камиллаштырыу өҫтөндәге эшкә йәлеп итеүгә дәртләндереү маҡсатында төҙөлгән.
Быйыл Рәсәй сифат системаһы предприятиелар менеджментын баһалау системаһын яңыртырға ниәтләй. Хөкүмәттең сифат өлкәһендәге премияһы сифат буйынса Европа премияһы тип аталасаҡ. Илдең иң яҡшы предприятиелары үҙҙәренең конкурентлыҡ һәләтен эске генә түгел, тышҡы баҙарҙа ла раҫлай ала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика