03:59 (UTC+5), 17 Апреля 2017

Өфөлә Халыҡ-ара коммерция арбитраж судының бүлексәһе асылды

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 17 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы /. 14 апрелдә Өфөләге Конгресс-холда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов баш ҡалала Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағындағы Халыҡ-ара коммерция арбитраж суды бүлексәһен һәм Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы филиалын асыуға арналған тантаналы ултырышта сығыш яһаны.
Унда Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы вице-президенты Вадим Чубаров, Халыҡ-ара коммерция арбитраж суды рәйесе Алексей Костин, федераль һәм республика власть органдары, йәмәғәт ойошмалары, эшҡыуарлыҡ берләшмәһе вәкилдәре ҡатнашты.
Ултырышта Халыҡ-ара коммерция арбитраж судының Өфөләге бүлексәһе Волга буйы һәм Урал федераль округтарында беренсе һәм Рәсәйҙә өсөнсө генә булыуы билдәләнде. Шул рәүешле илдең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы үҙенсәлекле проектты тормошҡа ашыра, донъя кимәлендәге арбитражға Рәсәй төбәктәренән дә мөрәжәғәт итергә мөмкин.
- Өфө бүлексәһенең юрисдикцияһы Волга буйы һәм Урал федераль округтарының төбәктәренә лә тарала. Бүлексә менән бергә Рәсәйҙең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы филиалын асыу килеп тыуған бәхәстәрҙе квалификациялы һәм оператив ҡарарға, уны халыҡ-ара стандарттар нигеҙендә эшләргә мөмкинлек бирә, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Шулай итеп, Башҡортостан халыҡ-ара иҡтисади бәхәстәрҙе тикшереү үҙәктәренең береһенә әйләнәсәк, был иһә республикаға Рәсәй һәм сит ил бизнес-берләшмәләренән яңы партнёрҙар йәлеп итер, тип ышанам. Был, әлбиттә, төбәктең инвестиция йәлеп итеү ҡеүәһен арттырасаҡ, эшҡыуарлыҡ үҫешенә яңы этәргес көс, халыҡтың тормош сифатын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.
Вадим Чубаров әйтеүенсә, бәхәстәрҙе хәл итеү өсөн уңайлы мөхит, эшҡыуарлыҡ бәйләнештәре үҫешкән система, суд власының третей тикшереүенә ыңғай мөнәсәбәте һәм ундағы хәл ителгән эштәрҙең иҫәбе Өфөлә Халыҡ-ара коммерция арбитраж судының бүлексәһен асыуға йоғонто яһаны.
- Өфөлә ошондай әһәмиәтле сара ойошторолғаны өсөн коллегаларыма ҙур рәхмәтемде белдерәм. Бәлки, беҙҙә бындай структураның булыуы ни тиклем мөһим икәнлеген бөтәһе лә аңлап бөтмәйҙер, – тине Рөстәм Хәмитов. – Дондағы Ростовта, Иркутскиҙа, хәҙер Өфөлә лә территориаль бүлексә бар, улар үҙаллы бик мөһим һәм кәрәкле эштәрҙе алып бара аласаҡ. Был эшҡыуарлыҡты үҫтереү өсөн дә этәргес көс бирер, тип ышанам.
Рәсәй Федерацияһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ҡарамағындағы Халыҡ-ара коммерция арбитраж суды – Рәсәйҙә һәм Көнсығыш Европа илдәрендә халыҡ-ара коммерция бәхәстәрен хәл итеү буйынса төп третей суды, 1932 йылда Бөтә Союз сауҙа палатаһы ҡарамағында булдырылған Тышҡы сауҙа арбитраж комиссияһының дауам итеүсеһе. 1999 йылдан был суд Халыҡ-ара коммерция арбитраж институттары федерацияһы ағзаһы булып тора. Халыҡ-ара коммерция арбитраж судына донъяның 47 иленән 227 арбитр инә, шул иҫәптән дүртәүһе – Өфөнән.
1 из 10
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика