12:33 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Республикала йылдам үҫеш биләмәләре резиденттары исемлеген бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре тулыландырасаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Тиҙҙән Башҡортостанда йылдам үҫеш биләмәләре резиденттары исемлеген бәләкәй эшҡыуарлыҡ вәкилдәре тулыландырасаҡ. Был хаҡта тура эфир барышында республика Башлығы Рөстәм Хәмитов белдерҙе.
Әлеге ваҡытта йылдам үҫеш биләмәләре резиденты статусын һәм уның өсөн ҡаралған һалым льготаларын алыу өсөн проектҡа инвестициялар 5 миллион һум самаһы тәшкил итергә тейеш. Яңы производствола мәшғүл хеҙмәткәрҙәрҙең һаны кәм тигәндә 20 кеше булыуы зарур.
«Мин ошо сикте кәметеү тәҡдиме менән сығыш яһаным. Инвестициялар 2,5 миллион һум, ә предприятиела эшләүселәр һанын 10 кешегә тиклем кәметеү өсөн. Ошондай предприятие ойошторған эшҡыуар әлеге льготаларҙы алһын өсөн, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. — Хөкүмәт мине хупланы. Хәҙер тейешле ҡарар әҙерләнә. Күмертауҙа ла, Бәләбәйҙә лә эшҡыуарҙарҙан ғаризалар булыр, тип ышанам».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика