07:31 (UTC+5), 14 Апрель 2017

Башҡортостандың конгресс сараларын йәлеп итеү буйынса тәжрибәһе «Kazan Event Expo» форумында тәҡдим ителде

офис-төркөм
офис-төркөм
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 13 апрелдә «Ҡазан йәрминкәһе»ндә «Kazan Event Expo» форумын асыу тантанаһы уҙҙы.
Форум саралар уҙғарыу өсөн Рәсәйҙең конгресс-бюроһы етәкселәрен, Халыҡ-ара конгрестар һәм конференциялар ассоциацияһы вәкилдәрен, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, шулай уҡ Польшанан һәм Ҡаҙағстандан конгрестар һәм күргәҙмәләр ойоштороусыларҙы бер майҙансыҡҡа йыйҙы.
Республика министры Руслан Мирсаяпов Башҡортостандың конгресс сараларын йәлеп итеү буйынса тәжрибәһе менән уртаҡлашты. ШОС һәм БРИКС саммиттарынан һуң Өфө уларҙы ойоштороу һәм уҙғарыу йәһәтенән иң юғары баһа алды, шуның менән үҫеш векторын конгресс туризмы яғына йүнәлтте, тип билдәләне ул үҙ сығышында.
Бөгөн Өфө Рәсәй һәм халыҡ-ара индустрия сараларын уҙғарыу өсөн төрлө варианттар тәҡдим итергә әҙер.
Министр үҙ сығышында төбәкте танытыуға 2017 йылдың февралендә булдырылған Башҡортостан Конгресс-бюроһының «Офис-төркөм»ө йоғонто яһаясағын билдәләне. Әлеге ваҡытта ойошма төбәктең конгресс туризмын үҫтереү программаһы өҫтөндә эшләй.
Мәҫәлән, былтыр Өфө 2020 йылдың йәйендә Бөтә донъя фольклор фестивален үткәреү хоҡуғына эйә булды. Хәҙер Башҡортостан 2021 йылда Өфөлә «Апимондия» халыҡ-ара конгресын һәм АпиЭкспо күргәҙмәһен уҙғарыу мөмкинлегенә дәғүә итә.
«Рәсәйҙең милли конгресс-бюроһы» проекты етәксеһе Алексей Калачев сараға йыйылғандарҙы төбәк майҙансыҡтарын танытыу өсөн үҙ-ара тығыҙ эш итергә саҡырҙы.
«Kazan Event Expo» форумы 13 апрелдән 15-нә ҡәҙәр бара. Сара барышында эшлекле туризм, күргәҙмә һәм event-индустрия өлкәһендә тематик сессиялар, түңәрәк өҫтәлдәр уҙасаҡ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика