Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.78
0
98.03
0
83.66
+0.22
6+ °C
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
14 Апрель 2017, 16:12

Башҡортостанда хеҙмәт хаҡы артасаҡ — Рөстәм Хәмитов

Карина Камаева
Карина Камаева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала эш хаҡы яйлап артасаҡ, тип белдерҙе Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов тура эфир ваҡытында.
Росстат мәғлүмәттәре буйынса, 2017 йылдың ғинуарында илдә ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең уртаса хеҙмәт хаҡы 35 369 һум, Башҡортостанда иһә 26 760 һум тәшкил итте.
«Әле беҙ республиканың 2030 йылға тиклем үҫеш стратегияһы өҫтөндә эшләйбеҙ. Был документта төп күрһәткестәрҙең береһе — эш хаҡының үҫеше», — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.
Уның һүҙҙәренсә, республика ауыл халҡының күп булыуы арҡаһында һәр саҡ тиерлек Рәсәй буйынса уртаса күрһәткестәрҙән ҡалыша ине. Әлеге ваҡытта Башҡортостан халҡының 40 проценты ауылда йәшәй.
«Ауыл иһә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, етерлек кимәлдә финансланмай, унда йәшәүселәрҙең эш хаҡы ла түбән. Республикабыҙҙа хеҙмәт хаҡының юғары булмауы ла шуға бәйле, — тип белдерҙе төбәк етәксеһе. — Шуға күрә тәүҙә ауыл хужалығында эш хаҡын күтәрергә кәрәк. Ләкин ул күп осраҡта аҙыҡ-түлеккә, ауыл хужалығы продукцияһына ҡуйылған хаҡтарҙың тап килмәүенә ҡайтып ҡала. Ошо йәһәттән беҙгә бик күп эштәр башҡарырға кәрәк».
Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, тәү ҡарашҡа 26 мең һум — «һәйбәт, ләкин беҙ хеҙмәткәрҙәрҙең 60 проценты 20 меңдән кәмерәк эш хаҡы алыуын беләбеҙ».
«Һуңғы бер-ике йылда халыҡтың эш хаҡы һәм килеменең артыуы буйынса ярайһы уҡ яҡшы позиция биләйбеҙ. Хеҙмәт хаҡы беҙгә ҡарағанда күпкә юғарыраҡ булған төньяҡ төбәктәр менән ярыша алмайбыҙ, әммә күрше төбәктәр менән бер тиң булырға тейешбеҙ», — тип ышана Башҡортостан Башлығы.
Читайте нас: