10:25 (UTC+5), 14 Апреля 2017

Башҡортостанда «Бөрйән» туристик-рекреацион кластерын үҫтереү тураһында килешеү төҙөлдө

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 14 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бөрйән районында «Бөрйән» туристик-рекреацион кластеры сиктәрендә муниципаль-ара кооперацияны үҫтереү мәсьәләләре буйынса күсмә кәңәшмә уҙҙы. Унда Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Фәрхәд Самедов, республика Хөкүмәте Аппараты етәксеһе урынбаҫары Айҙар Батыргәрәев, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Вячеслав Ғиләжетдинов һәм башҡа рәсми кешеләр ҡатнашты.
Төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, кәңәшмәлә муниципаль-ара эш итеүгә һәм «Бөрйән» туристик-рекреацион кластеры» инвестиция проектын тормошҡа ашырыуға айырым иғтибар бүленде.
Кәңәшмә аҙағында Башҡортостан Хөкүмәте, Бөрйән, Күгәрсен, Көйөргәҙе райондары һәм «Юлбарыҫ» туристик фирмаһы араһында «Бөрйән» туристик-рекреацион кластерын үҫтереү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйылды.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика