Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.01
-0.12
98.72
+0.01
89.29
+0.18
17+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель 2017, 08:18

Йыл башынан Башҡортостанда 63 күп фатирлы йорт төҙөкләндерелгән

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Йыл башынан алып Башҡортостанда 63 күп фатирлы йорт төҙөкләндерелгән. Уларҙың күбеһендә һыу тәьминәте, канализация һәм электр тәьминәте системалары ремонтланған, сөнки был эштәр һауа шарттарына бәйле түгел.
Әлеге ваҡытта тағы 335 күп фатирлы йортта ремонт эштәре бара, уларҙың 149-ы Өфөлә урынлашҡан.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, быйыл дөйөм суммаһы 2,7 миллиард һумдан ашыулыҡ 1064 йортто капиталь йүнәтеү күҙаллана. Шул уҡ ваҡытта 170 мең самаһы кешенең уңайлы йәшәү шарттарын яҡшыртыуы көтөлә.
Капиталь ремонтты финанслаған төп сығанаҡ – фатир хужаларының түләгән аҡсалары. Шул сәбәпле республика программаһын тормошҡа ашырыу мәсьәләһе туранан-тура халыҡтың түләү тәртибенә бәйле, тип билдәләнеләр Төбәк операторының матбуғат хеҙмәтендә.
Республиканың капиталь ремонтлау программаһына индерелгән күп фатирлы йорттарҙа планлаштырылған эштәрҙең ваҡыты һәм төрҙәре буйынса мәғлүмәтте Төбәк операторының рәсми сайтында «Үҙ йортоңдо табыу» бүлегендә белергә мөмкин.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: