12:04 (UTC+5), 12 Апрель 2017

Өфөлә «Волга-Янцзы» форматында берлектәге эшсе төркөм рәйестәштәренең осрашыуы уҙҙы

Башҡортостан Хөкүмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 12 апрелдә Өфөлә «Волга-Янцзы» форматында берлектәге эшсе төркөм рәйестәштәренең сираттағы осрашыуы үтте. Рәсәй яғынан унда Волга буйы федераль округы төбәктәренән, шул иҫәптән Башҡортостандан вәкилдәр ҡатнашты. «Бөгөн беҙ хеҙмәттәшлек үҫешенә йомғаҡ яһаныҡ һәм «Волга-Янцзы» форматы Советының икенсе ултырышын әҙерләү буйынса төп сараларҙы билдәләнек. Ул быйыл йәй Ҡытайҙың Сычуань провинцияһында уҙғарыла», — тип хәбәр итте журналистарға Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Алексей Сухов. Дөйөм алғанда, хеҙмәттәшлектең норматив-хоҡуҡи базаһы булдырылған, тип билдәләне ул. Әлеге мәлгә Волга буйы федераль округы һәм Янцзы йылғаһының юғары, урта ағымы төбәктәре араһында 27 килешеү төҙөлгән. Йәй көнө Советта тағы ла 10 килешеүгә ҡул ҡуйыу күҙаллана.
«Инвестиция проекттарының килешелгән исемлеге 58 позициянан тора. Шуларҙың 18-е тормошҡа ашырыла башлаған һәм 40-ын яҡтар тикшерә. Гуманитар өлкәлә хеҙмәттәшлек итеүҙе бик мөһим тип иҫәпләйбеҙ. Бөгөнгә гуманитар хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса юл картаһының 30-ға яҡын пункты бойомға ашырылған һәм 70-ләгән яңы тәҡдим ҡарала. Ултырыш йомғаҡтары буйынса Рәсәй яғынан 100-ҙән ашыу тәҡдим Ҡытай партнерҙарына тапшырылды», — тип хәбәр итте Алексей Сухов.
Башҡортостан Хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, республикала ҡытай капиталы ҡатнашлығындағы 22 предприятие уңышлы эшләй. Улар «Волга-Янцзы» форматында эшләү һөҙөмтәһендә асылған. «Агросәнәғәт комплексы, машиналар эшләү, төҙөлөш материалдары етештереү, медицина, туризм өлкәһендәге проекттарға өҫтөнлөк бирәбеҙ. Анығыраҡ әйткәндә, беҙ хеҙмәттәшлек концепциялары төҙөүҙән проекттарҙы тормошҡа ашырыуға күстек. Хәҙерге көндә рөхсәт биреү документацияһын йәки төҙөлөш өсөн участкаларҙы рәсмиләштереү эше бара — яҡынса биш ҙур инвестиция проекты. Улар араһында — яңы производстволар: төҙөлөш материалдары заводы, еңел ауыл хужалығы тракторҙарын йыйыу линияһы, шәкәр сөгөлдөрөн эшкәртеү буйынса комбинат», — тип хәбәр итте республика Хөкүмәте вице-премьеры Артур Шәйнуров.
«Волга-Янцзы» форматы идеяһы 2012 йылдың йәйендә Рәсәй Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиле Михаил Бабичтың Ҡытай Халыҡ Республикаһының Дәүләт советы вәкилдәре менән осрашыуында барлыҡҡа килде. Ҡытай Рәсәйҙең төп 100 сауҙа партнеры исемлегендә өсөнсө урында тора.
1 из 2
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика