02:05 (UTC+5), 12 Апрель 2017

Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуы тураһындағы хәбәрҙең дөрөҫлөккә тап килмәүен белдерҙе

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республикала бал ҡорттарын күпләп зарарлаусы яңы вирус инфекцияһының барлыҡҡа килеүе тураһында белдереү бик иртә әле, тип иҫәпләй Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе – баш дәүләт ветеринария инспекторы Вәкил Буранбаев.
Быға республиканың Умартасылыҡ продукцияһын етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр ассоциацияһы вице-президенты Сергей Мөлөковтың хәбәре сәбәпсе булды. Атап әйткәндә, ул Facebook социаль селтәрендә Башҡортостандың бер төркөм райондарында бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуы хаҡында белдерҙе. Алтайҙа, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә һәм Адыгейҙа ошоға оҡшаш хәл күҙәтелә.
Бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуына билдәһеҙ вирус инфекцияһы сәбәпсе булыуы ихтимал.
«Сергей Мөлөкөв бал ҡорттарының яңы вирусы тураһында белдерергә ашыҡҡан. Яҙыуын яҙған, әммә ветеринар табиптарға мөрәжәғәт итергә онотҡан. Был бик сәйер, әлбиттә. Уның ғаризаһын күргәс, бөгөн ул атаған Өфө районындағы умарталыҡтарҙың береһенә һынау өлгөләрен алыу өсөн ветеринар табипты ебәрҙек. Тикшереү һөҙөмтәләре иртәгә – иртәгәнән һуңға билдәле була», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына Вәкил Буранбаев.
Башҡортостандың Ветеринария идаралығы етәксеһе билдәләүенсә, республика бөтә малсылыҡ төрҙәре, шул иҫәптән бал ҡорттары буйынса имен төбәк. Республикала бал ҡорттарының һәләк булыуы ғәҙәттә уртаса Рәсәй күрһәткесенән түбәнерәк. 2017 йылды ҡышлау һөҙөмтәләре хаҡында тик май баштарында, умарталарҙы сығарғандан һуң ғына һөйләргә мөмкин.
«Бал ҡорттарының һәләк булыуын асыҡлау өсөн тикшереү өлгөләрен үҙебеҙ ҡайҙа кәрәк, шунда алып барырға әҙербеҙ. Ниндәйҙер ауырыу тапһаҡ, әгәр беҙҙең компетенцияларҙа булмаһа, ошо материалды Рәсәй кимәлендәге лабораторияларға оҙатабыҙ. Был беҙҙең мәнфәғәттә. Билдәһеҙ вирус инфекцияһы тураһында һүҙ йөрөтөү иртә, әлбиттә. Һынау өлгөләрен ҡайҙалыр сит илгә ебәрер алдынан, башта үҙебеҙҙә асыҡларға кәрәк», — тип аңлатма бирҙе «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың баш дәүләт ветеринария инспекторы Вәкил Буранбаев.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика