10:44 (UTC+5), 12 Апреля 2017

Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуы тураһында хәбәрҙе кире ҡаҡты

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе Әмир Ишемғолов «Башинформ» агентлығына республиканың Умартасылыҡ продукцияһын етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр ассоциацияһы вице-президенты Сергей Мөлөковтың киң мәғлүмәт сараларындағы хәбәренә аңлатма бирҙе. Атап әйткәндә, ул Facebook социаль селтәрендә Башҡортостандың бер нисә районында бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуы хаҡында белдерҙе һәм билдәһеҙ инфекцияның барлыҡҡа килеү ихтималлығы тураһында хәбәр итте.
«Сергей Мөлөков еткергән мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, республикала бал ҡорто күстәренең 20 процентҡа яҡыны һәләк булған. Был башҡа төбәктәргә ҡарағанда күпкә аҙыраҡ. Бер умартасылыҡ миҙгелендә ҡорт ғаиләләренең һанын ике тапҡырға арттырырға мөмкин», — тип билдәләне Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге етәксеһе.
Уның әйтеүенсә, Башҡортостанда нигеҙҙә төбәктең тәбиғәт, климат шарттарына яраҡлашып етмәгән һоро Кавказ тау, Карпат, үзбәк бал ҡорттары һәм уларҙың урындағы бал ҡорттары менән ҡатнаш тоҡомдары һәләк булған.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, башҡорт тоҡомло бал ҡорттары үрсетелгән ерҙә ҡорттарҙың 10 проценты һәләк булған.
«Республикаға башҡа төбәктәрҙән бал ҡорто ғаиләләре килтерелә, улар менән бергә төрлө ауырыуҙар ҙа инә. Төбәктә бал ҡорттарын дауалау буйынса препараттар, уларҙы ҡулланыу буйынса инструкциялар етерлек күләмдә булһа ла, бөтә умартасылар ҙа иҫкәртеү һәм дауалау сараларын үтәмәй», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әмир Ишемғолов.
Уның һүҙҙәренсә, бал ҡорто ғаиләләрендә сифатһыҙ (ҡарт) инә ҡорттарҙың булыуы, ҡышҡылыҡҡа бал ҡорттарының ояһын дөрөҫ яһамау, шулай уҡ ҡорт баҙындағы дөрөҫ булмаған микроклимат ҡорттарҙың һәләк булыуына килтерә.
«Башҡа төбәктәрҙән һәм илдәрҙән индерелгән бал ҡорто күстәрен һатып алмаҫҡа кәңәш итәм. Уларҙың хаҡы урындағыларға ҡарағанда түбәнерәк булыуы ла ихтимал. Ҡорттарҙы республикала уңышлы ҡышлаған бал ҡорто ғаиләләренән һатып алырға кәрәк», — тип өҫтәне Әмир Ишемғолов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика