Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
81.14
0
92.22
0
67.96
+2.11
25+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
12 Апрель 2017, 10:03

250-нән ашыу тауар етештереүсе үҙ продукцияһына «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһен ҡуйырға рөхсәт алды

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 12 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың 250-нән ашыу тауар етештереүсеһе үҙ продукцияһына «Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһен ҡуйырға рөхсәт алды. Ике мең самаһы аҙыҡ-түлек исемлеге урындағы сифат билдәһенә лайыҡ.
«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» проекты 2013 йылда башланды. Республиканың урындағы сеймалда эшләүсе предприятиелары ғына үҙ продукцияһына ошо билдәне ҡуя ала. Белдерелгән тауарҙарҙы «Һынау үҙәге» бойондороҡһоҙ лабораторияһында баһалайҙар. Экспертиза уңышлы үткәндә аҙыҡ-түлеккә тауар билдәһе бирелә. Экспертизаны өс ай һайын ҡабатларға кәрәк. Һынау барышында кәмселектәр асыҡланһа, етештереүсегә хәлде төҙәтеү өсөн тейешле кәңәштәр бирелә.
«Башҡортостан аҙыҡ-түлеге» билдәһен ҡуйыуға рөхсәт алған тауарҙарҙың тулы исемлеге проекттың рәсми сайтында урынлаштырылған. Һатып алыусы уның алдында кәрәкле бөтә рөхсәттәрҙе алған «дөрөҫ» ризыҡ икәнлеген еңел генә тикшерә ала.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: