06:01 (UTC+5), 11 Апрель 2017

Төбәктә иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны 1,9 миллиондан ашыу тәшкил итә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың иҡтисади яҡтан әүҙем халыҡ һаны 1,956 миллиондан ашыу тәшкил итә. 2016 йылдың декабренән алып 2017 йылдың февраленә тиклем эшсе көстәрҙе һайланма тикшереү мәғлүмәттәре ошондай.
Халыҡ-ара хеҙмәт ойошмаһы стандарттарына ярашлы Башҡортостанда эшһеҙҙәр һаны 118,1 мең кеше тәшкил итә. Дөйөм эшһеҙлек кимәле алты процентҡа тиң, тип белдерҙеләр Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығында.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылдың башынан төбәктә 11,7 мең кеше эшһеҙ тип танылған. Март аҙағына теркәлгән эшһеҙлек кимәле 1,21 процент тәшкил иткән.
Йылдың тәүге өс айында республиканың мәшғүллек хеҙмәтенә эш эҙләүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап ебәрелгән мөрәжәғәттәрҙең һаны 20 меңдән ашҡан. Хеҙмәт биржаһына һөнәри йүнәлештә ярҙам һорап 10,5 мең самаһы кеше мөрәжәғәт иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика