10:02 (UTC+5), 11 Апреля 2017

Төбәктә бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуына яңы вирус инфекцияһы сәбәпсе булыуы ихтимал

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуы билдәләнә, тип белдерҙе республиканың Умартасылыҡ продукцияһын етештереүселәр һәм эшкәртеүселәр ассоциацияһы вице-президенты Сергей Мөлөков.
«26 район — 160 умартасы буйынса мәғлүмәт бар. Һәләк булыу 80-90 процент тәшкил итә. Алтайҙа, Ырымбур, Һамар өлкәләрендә һәм Адыгейҙа ошоға оҡшаш хәл күҙәтелә», — тип хәбәр итте ул Facebook социаль селтәрендә.
Бал ҡорттарының күпләп һәләк булыуына билдәһеҙ вирус инфекцияһы сәбәпсе булыуы ихтимал.
«Әле Томск, Мәскәү, шулай Германия һәм Франция лабораторияларына ебәреү өсөн һәләк булған бал ҡорттарының өлгөләрен һайлап алырға әҙерләнәбеҙ, — тип хәбәр итте ул РБК-Өфө сайтына. — Беҙ Ставрополь крайының тәжрибәһен өйрәндек. Өс йыл элек унда ла шундай хәл булғайны. Улар бал ҡорттарын Европа лабораторияларында тикшерҙе һәм инфекцияны ҡуҙғытыусыны асыҡланы. Европала етештерелгән препараттар тәҡдим ителде. Улар барыһын да дауалай алды. Бәлки, ошо юлдан китергәлер».
Сергей Мөлөков һүҙҙәренсә, популяция бер миҙгелдә тергеҙеләсәк. Шуға ҡарамаҫтан, проблема ҡала, ул хөкүмәт кимәлендә хәл итеүҙе талап итә.
Уның фекеренсә, ветеринар тикшеренеүҙәр үткәрергә, сирҙәрҙе һәм ҡуҙғытыусыларҙы өйрәнергә, препараттар әҙерләргә, яңы ҡорамалдар кәрәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика