12:10 (UTC+5), 11 Апреля 2017

Республика баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарыу өсөн 200 миллион һумға тиклем аҡса бүлергә ниәтләй

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте яҙғы баҫыу эштәрен ваҡытында башҡарыу өсөн республика ҡаҙнаһынан 200 миллион һумға тиклем аҡса бүлергә ниәтләй. Аҡса аграрийҙарҙың яғыулыҡ-майлау материалдары, запас частар һәм минераль ашламалар һатып алыуға алған ҡыҫҡа сроклы кредит буйынса процент ставкаларын ҡаплауға йүнәлтелә. Был 1,7 миллиард һум самаһы кредит аҡсаһын йәлеп итергә мөмкинлек бирәсәк.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда сәсеү майҙандарының структураһы продукцияға баҙар ихтыяжын иҫәпкә алып булдырылған.
Быйыл соя (һигеҙ тапҡырға — 800 гектарға ҡәҙәр), ноҡот борсағы (80 процентҡа — 4,5 мең гектарға тиклем), шулай уҡ борсаҡ, шәкәр сөгөлдөрө һәм ҡаты сортлы бойҙай өсөн сәсеүлек майҙандары арттырыла.
2017 йылда ауыл хужалығы культураларын сәсеү өсөн бөтәһе 3138,5 мең гектар ер бүленә. Майҙандың 1805,5 мең гектарында иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеү күҙаллана, уларҙың 357 меңдән ашыуы — ужым ашлыҡтары.
2016 йылда республика 3,3 миллион тонна иген етештергән — был алты йыл элеккегә ҡарағанда дүрт тапҡырға күберәк һәм аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлегенең минималь кимәленән биш процентҡа юғарыраҡ. Быйыл Башҡортостан аграрийҙары 3,5 миллион тонна иген, 1,7 миллион тонна картуф һәм йәшелсә, 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 200 мең тонна самаһы көнбағыш йыйып алырға ниәтләй.
2020 йылға төбәктә игендең уңышын 4,2 миллион тоннаға тиклем еткереү планлаштырыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика