02:55 (UTC+5), 11 Апреля 2017

Күп функциялы үҙәктәрҙә һалым түләүселәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 14 һәм 15 апрелдә күп функциялы «Минең документтарым» үҙәктәренең 17 офисында һалым түләүселәр өсөн Асыҡ ишектәр көнө уҙғарыла. Һалым хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре кемгә физик берәмектәр килеменә һалым буйынса декларация тапшырыу кәрәклеге, декларацияны нисек тултырыу һәм тапшырыу, һалымдан тотоп ҡалған аҡсаны алыу һәм Рәсәй Федераль һалым хеҙмәте сервистары менән ҡулланыу хаҡында һөйләйәсәк, шулай уҡ һалым һалыу буйынса башҡа һорауҙарға яуап бирәсәк.
Барлыҡ теләүселәр кәрәкле мәғлүмәттәр һәм документтар булғанда шунда уҡ НДФЛ буйынса һалым декларацияһын тултырып тапшыра ала.
«Һалым хеҙмәтенең асыҡ ишектәр көнө» акцияһы түбәндәге күп функциялы үҙәктәрҙең офистарында үтә: Өфө ҡалаһы, Интернациональ урамы, 113; Менделеев урамы, 205а; Күмертау ҡалаһы, Ғафури урамы, 35; Стәрлетамаҡ ҡалаһы, Октябрь проспекты, 71; Бәләбәй ҡалаһы, Революционерҙар урамы, 3; Туймазы ҡалаһы, Салауат Юлаев урамы, 69а; Нефтекама ҡалаһы, Төҙөүселәр урамы, 59; Октябрьский ҡалаһы, Кортунов урамы, 15; Ишембай ҡалаһы, Гагарин урамы, 1; Белорет ҡалаһы, Бишенсе июль урамы, 3; Сибай ҡалаһы, Горький урамы, 74к; Мәсәғүт ауылы, Игнатий Усов урамы, 3; Үрге Ҡыйғы ауылы, Совет урамы, 14; Талбазы ауылы, Ленин урамы, 113; Саҡмағош ауылы, Ленин урамы, 68; Ҡыҙылъяр ауылы, Киров урамы, 48; Приютово биҫтәһе, ВЛКСМ-дың 50 йыллығы урамы, 5а.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика