03:52 (UTC+5), 11 Апреля 2017

Башҡортостанда быйыл төҙөкләндереләсәк юл участкалары аталды

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан халҡы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы төҙөкләндереү исемлеге менән таныша ала.
Объекттарҙа эштәрҙе башҡарыу карта-схемаһы Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтында урынлаштырылған.
Быйыл мең саҡрым самаһы төбәк, муниципаль-ара һәм урындағы юлдарҙы ремонтлау күҙаллана. Ул былтырғыға ҡарағанда 150 саҡрымға күберәк.
Шул иҫәптән 442 саҡрым оҙонлоҡтағы төбәк, муниципаль-ара тәғәйенләнештәге һәм 468 саҡрым урындағы юл участкаларында ремонт эштәрен тамамлау билдәләнгән. Улар Башҡортостан Юл фондынан субсидиялар иҫәбенә финанслана.
Бынан тыш, һәр муниципалитеттың үҙ юл фонды бар, улар иҫәбенә лә урындағы тәғәйенләнештәге автомобиль юлдарын төҙөкләндереү буйынса эштәр уҙғарыла.
Муниципалитеттарҙың юл фонды нефть продукттарына һалынған акциздарҙан, республика ҡаҙнаһынан бүленгән субсидияларҙан һәм башҡа сығанаҡтарҙан килгән аҡсанан тора, тип аңлаттылар республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтендә.
«Быйыл юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса пландар бик ҙур. Хәҙер төҙөүсе ойошмалар тулы көстә инерт материалдар әҙерләй, көндәр йылытыу менән бөтә республика буйлап юлдар ремонтлана башлай», — тип билдәләне Башҡортостандың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Рим Ғиләжетдинов.
Төҙөкләндереләсәк юлдарҙың оҙонлоғон, шул иҫәптән «һуңлап түләү» механизмын ҡулланып, арттырыу күҙаллана.
2016 йылда ошо яңы түләү схемаһын ҡулланып, юл хеҙмәткәрҙәренең аҡсаларын индереү иҫәбенә эштәрҙе тиҙерәк башҡарып булды. Шул схема буйынса төбәк һәм муниципаль-ара тәғәйенләнештәге 126 саҡрым мөһим автомобиль юлдары йүнәтелде.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика