06:47 (UTC+5), 11 Апрель 2017

15 апрелдә Өфөлә тәүге дөйөм ҡала өмәһе ойошторола

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 11 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 15 апрелдә Өфөлә тәүге дөйөм ҡала өмәһе ойошторола. Унда ойошмалар һәм предприятиеларҙың хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша. Улар алдында ҡар өйөмдәрен таратыу, боҙ ырғытыу, ирегән ҡарҙың аҫтынан сүп-сар йыйыу бурысы тора. Йылы көндәр башланыу менән газондар ҡаҙырға, ағастарҙы эзбиз менән аҡларға һәм биләмәне сүп-сарҙан таҙартырға кәрәк буласаҡ. Санитар өмәләр ай аҙағына тиклем дауам итә.
Ҡала хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Непейцев дендропаркында, Яҡутов исемендәге паркта, Еңеүҙең 50 йыллығы скверында һәм С. Юлаев исемендәге баҡсала өмәләр үткәреү күҙаллана. Ҡоро-һары, ҡарт ағастарҙы киҫеү, лапы һәм сүп-сар йыйыу бурысы тора. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәренә вайымһыҙ булмаған граждандар ҙа ҡушыла ала.
Дөйөм өмәләр «Ҡашҡаҙан» һәм Нефтехимиктар мәҙәниәт һәм ял парктарында, шулай уҡ Баландин бульварындағы, М.Рыльский урамындағы скверҙарҙа ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика