06:38 (UTC+5), 10 Апреля 2017

Республикала социаль эшҡыуарлыҡ буйынса «Үҙ эшеңде башла» конкурсы старт ала

Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостанда социаль эшҡыуарлыҡ буйынса конкурс старт алды. Ул «Үҙ эшеңде башла» программаһының икенсе этабы булып тора. Уны республиканың Социаль өлкә инновациялары үҙәге, «Беҙҙең киләсәк» төбәк социаль программалар фонды һәм Благовещен районы хакимиәте менән берлектә Благовещен арматура заводы тормошҡа ашыра.
Конкурста ҡатнашыуға ғаризалар 2017 йылдың 10 апреленән 1 майына ҡәҙәр ҡабул ителә. Положение менән ойоштороусыларҙың сайтында танышырға мөмкин. Жюриҙың эш йомғаҡтары буйынса социаль эшҡыуарҙар үҙ эшен асыу өсөн 200 мең һумға тиклем аҡса аласаҡ. Иң яҡшы эштәр Башҡортостан Социаль өлкә инновациялары үҙәгенең акселерация программаһына инә. Унда башланғыстарҙың авторҙары эшҡыуар-тренерҙар етәкселегендә үҙ предприятиеларын үҫтерергә һәм танытырға өйрәнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика