16:47 (UTC+5), 10 Апреля 2017

Башҡортостанда финанс ғилеме дәрестәре башланды

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Сергей Захаров/. Башҡортостан балалар һәм йәштәр өсөн Бөтә Рәсәй финанс грамоталылығы аҙналығына ҡушылды. Сара 9-16 апрелдә уҙғарыла.
Уның барышында уҡыусылар һәм студенттар төп финанс төшөнсәләре һәм финанс яҡтан грамоталы тәртип принциптары менән таныша, финанс хәүефе һәм үҙеңдең хоҡуғыңды яҡлау тураһында тулыраҡ мәғлүмәт ала, шулай уҡ эксперттар менән тәүге финанс ҡарарҙарын нисек дөрөҫ ҡабул итергә кәрәклеген тикшерә.
Рәсәй аҙналығы Глобаль аҡса аҙналығы (Global Money Week) сиктәрендә уҙғарыла, унда йыл һайын донъяның 118 иленән 3 миллиондан ашыу бала ҡатнаша. «Беҙ башҡа илдәр менән бергә атлайбыҙ, ә күп күрһәткестәр буйынса хатта уларҙан алдараҡ барабыҙ», — тип билдәләне илдең финанс министры урынбаҫары Сергей Сторчак. Уның һүҙҙәренсә, Рәсәй уҡыусыларының финанс грамоталылығы донъя үлсәмдәре буйынса ярайһы уҡ юғары — АҠШ һәм Франциялағы балаларҙың белеме кимәлендә.
Финанс ғилеме аҙналығы Финанс министрлығының «Рәсәй Федерацияһында халыҡтың финанс грамоталылығы кимәлен арттырыуға һәм финанс ғилемен үҫтереүгә булышлыҡ итеү» проекты сиктәрендә үткәрелә. Партнерҙар булып төбәктәрҙәге министрлыҡтар, финанс институттары, белем биреү учреждениелары һәм йәмәғәт ойошмалары сығыш яһай, улар үҙ майҙансыҡтарында бушлай лекциялар, семинарҙар, экскурсиялар һәм уйындар ойоштора.
Аҙналыҡ барышында республикала асыҡ дәрестәр, финанс уйындары буйынса турнирҙар, финанс ойошмаларына экскурсиялар, конкурстар, финанс тикшеренеүҙәре һәм башҡа саралар үткәреү ҡаралған.
Уларҙың тулы исемлеге «Финанстар менән дуҫ бул» проектының сайтында бирелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика