04:27 (UTC+5), 10 Апреля 2017

Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 20 йәнһүрәт, 14 сериал һәм 76 нәфис фильм күрһәтеү хоҡуғын алырға ниәтләй

Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 10 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостан юлдаш телевидениеһы 20 анимация, 76 нәфис фильм, 14 сериал, шулай уҡ документаль тапшырыуҙар күрһәтеү хоҡуғын алырға ниәтләй. Республика телеканалы котировкаларға һорау ебәрҙе. Тәҡдимдәрҙе ҡарау 18 апрелгә билдәләнгән. Заказсы продукцияны сифатлы күрһәтеү өсөн билдәле техник характеристикаларға иҫкәрмә яһай.
Анимация фильмдары пакетының иң юғары хаҡы – 492 мең һум, сериалдарҙың (күбеһенсә мини-сериалдар) – 498 мең, документалистика – 489 мең, нәфис фильмдар 484 мең һум күләмендә билдәләнгән. Һоралған продукцияларҙың байтаҡ өлөшө – СССР, шулай уҡ Рәсәй, Америка, Бөйөк Британия, Франция, Италия, Ҡытай, Япония кинокомпанияларында төшөрөлгән. Канал ағымдағы йылдың 1 июленә тиклем күрһәтеү хоҡуғын алырға тейеш.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика