02:07 (UTC+5), 07 Апреля 2017

Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында сәсеү майҙандары арта

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондарында сәсеү майҙандары арта. Быйыл дөйөм сәсеү майҙаны 253 мең гектарға етәсәк. Ул былтырғыға ҡарағанда 36 мең гектарға күберәк.
Шул уҡ ваҡытта иген культураларының майҙаны 2016 йылғы кимәлдә ҡаласаҡ – 122 мең гектар, тип хәбәр иттеләр агрономдарҙың Мәсетле районында үткән яҙғы баҫыу эштәрен уҙғарыу буйынса зона конференцияһында.
Мәҫәлән, Мәсетле районында ғына сәсеү майҙаны быйыл 40 мең гектарҙан ашыу тәшкил итәсәк. Уларҙың иген культураларына урындағы аграрийҙар 23 мең гектар бүләсәк.
Зона кәңәшмәһендә Мәсетле районы хакимиәте башлығы Әнис Әсәҙуллин билдәләүенсә, район орлоҡтар менән тәьмин ителгән. Дөйөм алғанда, элиталы орлоҡтарҙың өлөшө 26 проценттан күберәк. Районда ауыл хужалығы техникаһының әҙерлеге 94 процент тәшкил итә.
Республиканың төньяҡ-көнсығыш райондары алдында иген, ҡуҙаҡлы һәм мал аҙығы культураларының сәсеү майҙанын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә файҙаланылмаған баҫыуҙарҙы әйләнешкә индереү иҫәбенә уларҙы арттырыу бурысы тора.
Агрономдарҙың зона конференцияһына йомғаҡ яһап, Башҡортостан Хөкүмәте вице-премьеры Ирек Мөхәмәтдинов 2017 йылға күҙаллауҙар юғары, тип билдәләне.
«Әммә алдағы йылдарҙағы тәжрибәләргә таянып, шулай уҡ төньяҡ-көнсығыштың метеорологик шарттарын иҫәпкә алғанда, беҙҙең бөгөнгә төп бурысыбыҙ – технологик дисциплинаны теүәл үтәп, иң ҡулайлы ваҡытта бөтә кәрәкле агротехник сараларҙы үткәреү», — тине ул.
«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2017 йылда республика аграрийҙары 3,5 миллион тонна иген, 1,7 миллион тонна картуф һәм йәшелсә, 1,4 миллион тонна шәкәр сөгөлдөрө һәм 200 мең тонна самаһы көнбағыш йыйырға ниәтләй.
2017 йылда сәсеү майҙандарының структураһы продукцияға баҙар ихтыяжын иҫәпкә алып әҙерләнгән.
Быйыл ауыл хужалығы культураларын сәсеүгә бөтәһе 3138,5 мең гектар бүленә. Уларҙың 1805,5 мең гектарына – иген һәм ҡуҙаҡлы, 357 меңдән ашыу гектарына ужым культуралары сәсеү күҙаллана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика