03:57 (UTC+5), 07 Апреля 2017

Рәсәй парламентарийҙары «Умартасылыҡ тураһында»ғы закон проектын тикшереп торманы

Олег Яровиков
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 6 апрелдә Дәүләт Думаһының Аграр мәсьәләләр буйынса комитеты «Умартасылыҡ тураһында»ғы закон проектын кире ҡаҡты, тип хәбәр итә киң мәғлүмәт саралары.
Дәүләт Думаһына документты коммунистарҙың лидеры Геннадий Зюганов етәкселегендә КПРФ фракцияһы депутаттары индерҙе. Аңлатма яҙмаһында билдәләүенсә, закон проекты умартасылыҡты ойоштороу һәм алып барыу нигеҙҙәрен хоҡуҡи көйләүгә һәм бал ҡорттарын һаҡлап ҡалыуға йүнәлтелгән. Бынан тыш, закон проектын сығарыусылар был өлкәлә властарҙың вәкәләттәрен, умартасыларға ярҙам итеү сараларын, тармаҡ күрһәткестәрен иҫәпләү нигеҙҙәрен билдәләргә тәҡдим итә.
Умартасылыҡ тармағы федераль һәм төбәк кимәлдәрендә етерлек көйләнә, тип иҫәпләйҙәр Рәсәй Хөкүмәтендә.
Ҡайһы бер Рәсәй субъекттарында ҡортсолоҡ өлкәһендә төбәк документтары эшләп килә, тип хәбәр итә Lenta.ru. Матбуғат мәғлүмәттәре буйынса, илдә бал етештереүҙең лидеры булған Башҡортостанда тармаҡты үҫтереү концепцияһы раҫланған. Ул 2020 йылға тиклем тауар балын етештереүҙе бер ярым тапҡырға арттырыуҙы – 5,2 мең тоннанан 8,4 меңгә ҡәҙәр еткереүҙе күҙ уңында тота.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика