09:00 (UTC+5), 07 Апрель 2017

Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы мәғлүмәттәр асыҡлығы рейтингында алдынғы урында

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 7 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың үҫеш корпорацияһы 2016 йылдағы эш йомғаҡтары буйынса Бөтә Рәсәй мәғлүмәттәр асыҡлығы рейтингында икенсе урынды яуланы — 97,3 процент.
Былтыр Рәсәй биләмәһендә бөтәһе 45 төбәк үҫеш корпорацияһы эшләгән.
Калининград өлкәһенең үҫеш корпорацияһы рейтинг лидеры тип танылған. Иң яҡшы бишәү иҫәбенә шулай уҡ Вологда, Омск һәм Ульяновск өлкәләренең үҫеш корпорациялары ингән. «Ил капиталы» федераль порталы, Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс университетының Макроиҡтисади тикшеренеүҙәр үҙәгенең аналитик докладына таянып, ошондай мәғлүмәттәр килтерә.
Тикшеренеү эштәре авторҙары ҡайһы бер төбәк үҫеш корпорацияларының мәғлүмәттәр өлкәһендә әүҙем булыуын билдәләй. Сайттың сит телдәге версияһы корпорация эшмәкәрлеген баһалау нормаһы булып торған.
Рәсәйҙә дүрт кенә сайттың өсөнсө телдә версияһы бар: «Башҡортостан Республикаһының үҫеш корпорацияһы» һәм «Камчатканың үҫеш корпорацияһы» — ҡытай, «Калининград өлкәһенең үҫеш корпорацияһы» һәм «Вологда өлкәһенең үҫеш корпорацияһы» немец телендә. Был перспективалы йүнәлеш һанала һәм төбәктәрҙең үҙенсәлеген, уларҙың урынлашҡан урынын, потенциаль инвесторҙарҙы иҫәпкә алып, артабан өйрәнеүҙе талап итә, тип иҫәпләй эксперттар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика