10:46 (UTC+5), 06 Апреля 2017

Башҡортостан бюджеты килемдең үҫеше менән үтәлгән – Хөкүмәт

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 6 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2017 йылдың беренсе кварталында республика бюджеты килемдең үҫеше менән үтәлгән.
Ошо йылдың тәүге өс айында төбәк ҡаҙнаһына 28,5 миллиард һумлыҡ һалым һәм һалым булмаған килем индерелгән. Артым — 3,8 миллиард һум. Был бер йыл элеккегә ҡарағанда 15,5 процентҡа күберәк, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтендә, Республика һәм муниципаль бюджеттарҙың килем ҡеүәтен, һалым һәм һалым булмаған килемдәрен арттырыу мәсьәләләре буйынса ведомство-ара комиссия ултырышында.
«Үҫеш тәү сиратта 3,7 миллиард һумға табышҡа һалым буйынса керемдәрҙең артыуы иҫәбенә тәьмин ителгән. Был уҙған йылғы кимәлдән бер ярым тапҡырға күберәк. Быйыл һалым түләүселәрҙең берләшкән төркөмдәренән 2,2 миллиард һум йыйылған. Шулай уҡ акциздарҙан һәм физик берәмектәрҙең килеменә һалымдан керемдәр 8,3 процентҡа артҡан», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды ултырышта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов.
Уның әйтеүенсә, дөйөм алғанда, тупланма бюджеттың һалым һәм һалым булмаған килемдәре буйынса планлы эштәр, был иһә 145,7 миллиард һум, үтәлә.
Ведомство-ара комиссия ултырышында хеҙмәт баҙарын рәсмиләштереү, ерҙе һәм милекте барлау өлкәләрендә эште әүҙемләштереү бурысы ҡуйылды.
Бынан тыш, кәңәшмәлә ҡатнашыусылар инвестиция әүҙемлеген льготалар биреү иҫәбенә арттырыу буйынса тәҡдимдәрҙе тикшерҙе. Бер нисә ҡарар ҡабул ителгән дә инде. Улар араһында — йылдам социаль-иҡтисади үҫеш биләмәләренә ярҙам итеү, 2017-2020 йылдарҙа өҫтөнлөклө проекттар буйынса инвесторҙар өсөн табышҡа һалым буйынса ставканы 12,5 процентҡа тиклем кәметеү, тип хәбәр итә төбәк Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика