12:13 (UTC+5), 05 Апрель 2017

Төбәк аграрийҙары интервенция фондына 564 миллион һумлыҡ иген һатҡан

ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Былтыр Башҡортостан аграрийҙары интервенция фондына дөйөм суммаһы 564 миллион һумлыҡ 65 мең тоннанан ашыу иген һатҡан.
«Россельхознадзор»ҙың республика буйынса идаралығы мәғлүмәттәренә ярашлы, төп экспорт баҙарҙары — Нидерланд, Белоруссия, Литва, Ҡаҙағстан һәм Үзбәкстан.
Төбәк Ауыл хужалығы министрлығы етәкселегенең Башҡортостан иген союзы ойоштороусылары һәм уның яңы ағзалары менән осрашыуында хәбәр итеүҙәренсә, иген етештереү күләме буйынса республика Рәсәйҙең тәүге ун төбәге иҫәбенә инә.
Эксперттар фекеренсә, ошо ҡеүәт — ашлыҡты һатыу буйынса яңы баҙарҙарҙы үҫтереү өсөн тәүшарт. Башҡортостан иген союзы базаһында Рәсәй иген союзына инеү шундай баҙарҙарҙы яйға һалыусы ҡоралдарҙың береһе булып тора ла инде.
2017 йылдың 1 мартында ойошторолған союз эшмәкәрлектәре иген, икмәк продукттары һәм ҡатнаш аҙыҡ етештереү, һаҡлау, эшкәртеү, эске һәм тышҡы сауҙа менән бәйле бөтә милек формаһындағы предприятие һәм ойошмаларҙы берләштереүгә йүнәлтелгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика