Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
75.73
0
90.47
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
5 Апрель 2017, 09:43

Республиканың сыр ҡайнатыусылары үҙ продукцияһын Стәрлетамаҡта тәҡдим итәсәк

Ксения Калинина
Ксения Калинина
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина /. 8 апрелдә Стәрлетамаҡта сыр йәрминкәһе уҙа. «Сити-молл» сауҙа рәттәренә килеүселәргә Ҡырмыҫҡалы, Мәсетле, Мәләүез, Иглин һәм республиканың башҡа райондарында етештерелгән төрлө сыр сорттары тәҡдим ителәсәк, тип хәбәр итә ҡала хакимиәте.
Йәрминкәнең маҡсаты – республика сыр ҡайнатыусыларының продукцияларын танытыу һәм һатыу. Өфөнөң ҙур сауҙа үҙәктәрендә бер нисә тапҡыр ошондай сыр йәрминкәләре ойошторолдо һәм Башҡортостан халҡы уларҙы ыңғай баһаланы.
Автор: Әлфиә Әғлиуллина
Читайте нас