06:06 (UTC+5), 05 Апрель 2017

Өфөлә икенсел баҙарҙа фатирҙың уртаса хаҡы тағы ла биш процентҡа төштө

Depositphotos.com
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Өфөлә торлаҡ арзанайыуын дауам итә. «Фатирҙар донъяһы» федераль порталы мәғлүмәттәренә ярашлы, беренсе квартал йомғаҡтары буйынса баш ҡалала «икенсел» фатирҙың уртаса хаҡы биш процентҡа кәмене һәм хәҙер 3,42 миллион һум самаһы тәшкил итә. Өфө 69 ҡала (300 меңдән ашыу кеше йәшәгән) ингән исемлектә (торлаҡтың хаҡы буйынса) 20 урынды биләй. Икенсел баҙарҙа квадрат метрҙың хаҡы — 58 631 һум, 4,6 процентҡа төшкән.
Рейтингтағы 69 ҡаланың 33-дә ике күрһәткестең дә кәмеүе теркәлгән. Был хаҡтарҙың төшөүе тураһында фекер йөрөтөргә нигеҙ бирә, һәм ағымдағы иҡтисади хәлдә баҙарҙың тиҙ генә йәнләнеүенә иҫәп тоторға ярамай, тип йомғаҡ яһай эксперттар.
Мәскәүҙә икенсел торлаҡ арзанайыуын (фатирҙың уртаса хаҡы 11,78 миллион һум — -1,2 процент) һәм Санкт-Петербургта ҡиммәтләнеүен (фатирҙың уртаса хаҡы 7,3 миллион— +3,3 процент) дауам итә. Яңы йорттар баҙары буйынса беренсе квартал йомғаҡтарын бында ҡарағыҙ.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика