11:18 (UTC+5), 05 Апреля 2017

Башҡортостан Хөкүмәте менән СМП Банкы хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Хөкүмәте «Северный морской путь» банкы (СМП Банк) менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөнө. Документҡа республика Хөкүмәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов һәм СМП Банкы идараһы президенты-рәйесе Александр Левковский ҡул ҡуйҙы.
«Килешеү яңы үҫеш перспективаларын билдәләүгә йүнәлтелгән. Беҙ банк әүәлгесә инвестиция проекттарын тормошҡа ашырыу йәһәтенән Хөкүмәттең әүҙем партнеры булып ҡалыр, тип иҫәп тотабыҙ. Шулай уҡ банк дәүләт унитар предприятиелары менән үҙ-ара килешеп эш итер, физик берәмектәр менән эшләр тигән өмөт бар. Бюджет учреждениелары хеҙмәткәрҙәре өсөн дә ошондай хеҙмәттәр күрһәтелеүе ихтимал, сөнки банк «Мир» системаһына инде, — тип билдәләне Рөстәм Мәрҙәнов. — Әлеге килешеүгә ҡул ҡуйыу беҙгә хеҙмәттәшлекте тәрәнәйтеүҙә яңы аҙым яһарға мөмкинлек бирәсәк, ә республика халҡы һәм предприятиелары сифатлы банк продукттарын аласаҡ».
Александр Левковский әйтеүенсә, Башҡортостан банк өсөн өҫтөнлөклө төбәктәрҙең береһе булып тора.
«Башҡортостан — беҙҙең өсөн терәк төбәк, — тине СМП банкы идараһы президенты-рәйесе. — Филиалдарҙың береһе ошонда урынлашҡан. Республиканың ҡеүәте ҙур, ул уңышлы үҫешә һәм беҙ кредитлау күләмен арттырырға, ҡыҙыҡлы инвестиция проекттарында ҡатнашырға әҙербеҙ».
Өфөләге үҙәктә СМП банкының бөтә төбәк офистары өсөн хеҙмәттәр күрһәтеү ҡаралған. Ошо үҙәк проект ҡеүәтенә сыҡҡан осраҡта хеҙмәткәрҙәр һаны 500 кешегә тиклем артасаҡ. Әле унда 300 кеше эшләй.
1 из 5
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика