03:14 (UTC+5), 05 Апрель 2017

Баш ҡалала ит йәрминкәләре миҙгеле тамамланды

Ксения Калинина
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 5 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Өфөлә ит йәрминкәләре миҙгеле тамамланды. Йыл башынан алып республиканың баш ҡалаһында ял көндәрендә бөтәһе 32 йәрминкә уҙғарылды.
Ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, йәрминкәгә Башҡортостандың 32 районынан 1600-ҙән машина килде. 1800-ҙән күберәк сауҙа нөктәһе ойошторолдо. Ауыл халҡы Өфөгә 58 миллион һумлыҡ 201 тоннанан ашыу ит, 24 тонна ҡош ите һәм башҡа ит ризыҡтары алып килде.
3,7 миллион һумлыҡ бал килтерелде. 4,6 миллион һумлыҡ – һөт һәм һөт ризыҡтары, икмәк, икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиелары, йомортҡа, балыҡ, туңдырылған еләк һәм башҡа аҙыҡ-түлек. Һатыуға килтерелгән тауарҙарҙың дөйөм хаҡы 66,3 миллион һум тәшкил итте.
Дөйөм алғанда, 2017 йылғы ит йәрминкәләрендә 42 меңдән ашыу кеше ҡатнашты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика