04:06 (UTC+5), 04 Апреля 2017

Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте 2017 йылда республикаға Африка сусҡа тағуны инеүен фаразлай

Олег Яровиков
Ғәлиә Нәбиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 4 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте 2017 йылда Башҡортостанға Африка сусҡа тағуны инеүен фаразлай. Ошо хаҡта, Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте башлығы урынбаҫары Николай Власовҡа һылтанып, ТАСС агентлығы хәбәр итә. Күҙәтеү хеҙмәте вәкиле 2017 йылда Рәсәй биләмәһе буйлап Африка сусҡа тағуны таралыу фараздары хаҡында һөйләне.
«Быйыл вирустың Мордовия, Удмуртия, Мари Иле, Башҡортостан, Татарстан, Ульяновск, Кострома һәм Тверь өлкәләренә инеүен фаразлайбыҙ, шуға күрә әҙерләнергә кәрәк», — тип билдәләне Рәсәй ауыл хужалығын күҙәтеү хеҙмәте башлығы урынбаҫары.
Яңыраҡ Африка сусҡа тағуны Иркутск өлкәһендә табылды. Был вирустың Урал аръяғында тәүге осрағы. Иркутск етәкселеге ошо ауырыу менән һөҙөмтәле эш алып бармаһа, вирустың артабан таралыуы ихтимал, тип иҫәпләйҙәр ведомствола.
Африка сусҡа тағуны Рәсәйҙә сусҡасылыҡты үҫтереүгә хәүеф менән янай. Ун йыл эсендә 46 төбәктә меңдән ашыу сусҡа тағуны осрағы теркәлгән. Илдең ауыл хужалығы яҡынса миллион баш сусҡа юғалтҡан, тура зыян биш миллиард һумға еткән, ә тура булмаған юғалтыуҙар тиҫтәләгән миллиардтар менән баһалана.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика