11:58 (UTC+5), 03 Апреля 2017

Башҡортостанға Халыҡ-ара ветеринарҙар конгресына 20 илдең вәкилдәре киләсәк

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығы
ӨФӨ, 2017 йыл, 3 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. VII Халыҡ-ара ветеринарҙар конгресы эшендә ҡатнашыу өсөн Башҡортостанға 20-нән ашыу сит ил вәкиле, дөйөм алғанда, меңдән ашыу кеше киләсәк. Республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, конгресс 19-21 апрелдә Өфөлә уҙа.
Конгресс Евразия иҡтисади союзы киңлегендә ветеринария өлкәһендә төп сара булып иҫәпләнә. Дәүләттең әүҙем ярҙам күрһәтеүе һәм Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы, Россельхознадзор, сит илдәрҙең һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең баш дәүләт ветеринария инспекторҙарының ҡатнашыуы, шулай уҡ саҡырылған докладсыларҙың юғары профессиональ кимәле сараға мәртәбә өҫтәй.
Халыҡ-ара ветеринарҙар конгресы — пленар сессиялар, конференциялар, семинарҙар, түңәрәк өҫтәлдәр, яңы ветеринария ҡорамалдарының, фармакология препараттарының һәм махсус әҙәбиәттең күргәҙмә экспозициялары уҙғарылған майҙансыҡ ул.
«Башинформ» агентлығында үткән матбуғат конференцияһында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов билдәләүенсә, республика Халыҡ-ара ветеринарҙар конгресына етди әҙерләнә.
«Сара Өфөлә тәүгә ойошторола, төп эштәр башҡарылған да инде. Ветеринарияны үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәрҙе юғары кимәлдә ҡабул итеү беҙҙең өсөн бик мөһим», — тине вице-премьер журналистар менән осрашыуҙа.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика