06:11 (UTC+5), 31 Марта 2017

Күмертау вертолет заводында 2019 йылға тиклем контракттар төҙөлгән

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артем Вәлиев/. Күмертау авиация предприятиеһында етештерелгән вертолеттар менән тәьмин итеүгә килешеүҙәр ике йылға алда, 2019 йылға тиклем төҙөлгән. Был хаҡта журналистарға предприятиеның генераль директоры Юрий Пустовгаров хәбәр итте.
«Бөгөн предприятиеның иҡтисады тотороҡло, — тине Юрий Пустовгаров. — Беҙ төп эшмәкәрлектән табыш алабыҙ. Предприятие кәм тигәндә 2020 йылға тиклем ниәт-пландар ҡора».
2008 йылда завод бөлгөнлөк хәлендә 15 миллиард һумлыҡ бурыс менән «Рәсәй вертолёттары» холдингына инде. Хеҙмәткәрҙәргә һигеҙ ай буйына эш хаҡы түләнмәне. Федераль холдинг бурыстарҙы ҡапланы, һәм бөгөн Күмертау авиация етештереү предприятиеһының төп эшмәкәрлеге килемле кимәлгә сыҡты. Ысынында, әлегә предприятие тулы ҡеүәтенә эшләмәй.
«Ка-226 платформаһы — Күмертау авиация предприятиеһының моделле рәттәренең нигеҙе, Рәсәйҙә һәм донъяла бик популяр, — тине «Рәсәй вертолёттары» холдингының генераль директоры Андрей Богинский. — Беҙ ошо платформаның ҙур үҫеш перспективаларын күрәбеҙ».
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика