09:45 (UTC+5), 31 Марта 2017

Физик берәмектәрҙең микрофинанс ойошмаларына һалған аҡса күләме йылына өстән бер өлөшкә артҡан – белгестәр

Карина Камаева
Әлим Фәйезов
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Граждандарҙың микрофинанс ойошмаларына һалған инвестицияларҙың уртаса дәүмәле былтыр өстән бер өлөшкә, ә ҡайһы бер микрофинанс ойошмаларында бер ярым тапҡырға артҡан, тип хәбәр итә «Известия» гәзите. Һалынған аҡсаның суммаһы 8-10 миллион һумға еткән. Банк вкладтары буйынса процент ставкаларының кәмеүе сәбәпле ул 2017 йыл йомғаҡтары буйынса йәнә 15 процентҡа артасаҡ, тип фаразлай баҫма һорау алған ойошмаларҙың вәкилдәре.
Банк вкладтарының популярлығы былтыр ярайһы уҡ кәмене. Шул уҡ ваҡытта «матрац» аҫтында һаҡлаусы йәки килемле, әммә, хәүефле финанс ҡоралдарына, атап әйткәндә, микрофинанс ойошмаларының инвестиция продукттарына һалыуҙы өҫтөнлөк иткән граждандарҙың артыуы күҙәтелә.
Микрофинанс ойошмаларында инвестицияларҙың төп төрө – вкладтар. Уларҙың ыңғай яғы – юғары килемлек (банктарҙа бер йылға һигеҙ процент булһа, уларҙа – 18 процент самаһы). Кире яғы – һаҡларға һалынған аҡсаның страховкаһы юҡ.
2016 йыл йомғаҡтары буйынса, Үҙәк банк мәғлүмәттәренә ярашлы, микрофинанс ойошмалар 45,7 миллиард һум самаһы шәхси инвестициялар йәлеп иткән. Шул рәүешле микрофинанс ойошма ойоштороусыһы булмаған физик берәмектәрҙән һәм шәхси эшҡыуарҙарҙан инвестициялар уҙған йылдың һуңғы кварталында ғына 5,7 миллиард һум тиерлек тәшкил иткән, ул алдағы кварталға ҡарағанда 48 процентҡа күберәк.
Әлеге ваҡытта 14 микрофинанс ойошмаһының граждандарҙан инвестицияға аҡса алыу мөмкинлеге бар, улар ошо баҙарҙың иң эре ҡатнашыусылары.
Микрофинанс ойошма вәкилдәре физик берәмектәрҙең микрофинанс компанияларға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын ябай ғына аңлата: улар банктарға ҡарағанда юғары килемлелекте тәҡдим итә. Белгестәр билдәләүҙәренсә, микрофинанс ойошмаларында инвестициялар буйынса уртаса процент ставкаһы йылына 20-30 процент тәшкил итә. Ә банктарҙа, Үҙәк банк мәғлүмәттәренә ярашлы, уҙған йылдың аҙағына һум депозиттары буйынса уртаса процент ставкаһы һигеҙ процент билдәһенә яҡынлашҡан.
Микрофинанс ойошмаларының тағы ла бер йәлеп итеүсәнлек сифаты – ошо финанс баҙар ҡатнашыусыларының асыҡлығы. Ул Үҙәк банкы яғынан бер төркөм көйләү башланғыстарын бойомға ашырыу һөҙөмтәһендә өлгәшелде, тип һөйләй микрофинансистар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика