05:42 (UTC+5), 31 Марта 2017

Башҡортостанға эш сәфәре менән Ҡытайҙың Хубэй провинцияһы делегацияһы килгән

Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанға ике көнгә эш сәфәре менән Реформалар һәм төбәкте үҫтереү буйынса комитет етәксеһе урынбаҫары Лю Хайцзюн етәкселегендә Ҡытайҙың Хубэй провинцияһы делегацияһы килде.
Һөйләшеүҙәр барышында яҡтар иҡтисад, инвестиция климаты һәм сәнәғәтте үҫтереү торошо хаҡында мәғлүмәт менән алмашты, Янцзы йылғаһының урта ағымы һәм Волга буйы федераль округы төбәктәренең артабанғы хеҙмәттәшлеген киңәйтеү мәсьәләләрен тикшерҙе.
Ҡытай ҡунаҡтары республиканан башҡорт балын һәм игенде һатып алыуҙы ойоштороу менән ҡыҙыҡһына. Делегация составында сауҙа һәм инвестиция эшмәкәрлеге менән шөғөлләнеүсе Huahe International консалтинг компанияһы етәксеһе килгән. Компания Рәсәй биләмәһендә уртаҡ предприятиеларҙы булдырыу һәм инвестициялау өсөн объекттар эҙләү менән ҡыҙыҡһынған Хубэй провинцияһы предприятиеһын берләштерә. Һөйләшеүҙәр аҙағында Ҡытай делегацияһы республикаға рәсми сәфәр менән Хубэй провинцияһына барырға һәм хеҙмәттәшлек хаҡында килешеүҙәр төҙөү тураһындағы мәсьәләне тикшерергә тәҡдим итте, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика