12:27 (UTC+5), 31 Марта 2017

Башҡорт ҡымыҙының Рәсәй баҙарындағы өлөшө 50 процентҡа яҡын тәшкил итте

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 31 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/. Башҡорт ҡымыҙының дөйөм Рәсәй етештереү күләмендәге өлөшө 46 процент тәшкил итте. Республиканың Ауыл хужалығы министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, былтыр Башҡортостанда бөтәһе өс мең тоннанан ашыу ҡымыҙ етештерелгән. Был 2015 йылға ҡарағанда 10 процентҡа күберәк. Производство лидерҙары — Баймаҡ, Әбйәлил, Бәләбәй һәм Әлшәй райондары.
Ошо көндәрҙә Йоматау шифаханаһында үткән конференцияла республикала ҡымыҙ яһауҙы үҫтереү тикшерелде. Осрашыуҙа Башҡортостан ауыл хужалығы министры урынбаҫары Азат Йыһаншин, шулай уҡ ҡымыҙ етештереүселәр, фермер хужалыҡтары, сауҙа ойошмалары вәкилдәре, шәхси эшҡыуарҙар һәм ғалимдар ҡатнашты.
Конференцияла ҡатнашыусылар фекеренсә, ялған продукция етештереүселәр тармаҡтың үҫешенә кире йоғонто яһай. Ҡағиҙә булараҡ, улар эсемлек әҙерләү өсөн бейә һөтөн түгел, ә һыйыр һәм башҡа хайуандарҙың һөтөн файҙалана. Ҡымыҙ яһаусылар берекмәһен булдырыу намыҫлы эшләгән фермерҙарҙың мәнфәғәттәрен яҡлай алыр ине.
Ысын ҡымыҙҙы популярлаштырыу өсөн етештереүселәр ҡымыҙ фестивален уҙғарырға, шулай уҡ пастеризацияланған бейә һөтөн сығара башларға тәҡдим итә.
Башҡорт дәүләт аграр университеты доценты Светлана Канарейкина белдереүенсә, республика ғалимдары пастеризациялау режимына патент алған. Юғары уҡыу йортонда ҡымыҙ яһаусылар өсөн квалификация күтәреү курстарын ойошторорға ла әҙерҙәр.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика