Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
91.12
-0.19
98.31
-0.17
82.64
-0.52
6+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
30 Март 2017, 13:02

Төбәктең биш санаторийы инвестиция йәлеп итеү буйынса Рәсәйҙең тәүге 100 шифаханаһы иҫәбенә инде

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Һауыҡтырыу туризмы ассоциацияһы һәм RAEX рейтинг агентлығы «Рәсәйҙең 100 шифаханаһы» инвестиция йәлеп итеү рейтингын әҙерләне.
Эксперттар билдәләүенсә, үҫеш динамикаһы буйынса һаулыҡ йорттары иҡтисадтың күп кенә тармаҡтарын уҙып китә. 2015 йылда рейтингта ҡатнашыусыларҙың дөйөм табышы 35,2 миллиард һум самаһы тәшкил иткән (дөйөм ил күрһәткесенән 27,5 процент) һәм 2015 йылда 15,2 процентҡа артҡан. EBIT буйынса исемлектәге шифаханаларҙың килемлелеге 1 проценттан аҙ ғына күберәк. Был күрһәткес тармаҡта күҙәтелгән минусҡа күсеүҙән яҡшыраҡ, тип билдәләй аналитиктар.
Күпселек ҡатнашыусыларҙың кредиттар һаны түбән: бурыстың килемгә уртаса мөнәсәбәте 7,5 проценттан артмай. «Ғәҙәти» шифаханалағы номер фондының тәьмин ителеш кимәле 73 процент тәшкил итә. Стандарт ҡатнашыусының хеҙмәт етештереүсәнлеге әлегә юғары түгел: бер хеҙмәткәргә табыш — йылына 1 миллион һум (Рәсәйҙәге ҙур бизнесҡа ҡарағанда алты тапҡырға кәмерәк).
«Янғантау» шифаханаһы инвестиция йәлеп итеү рейтингында беренсе урында килә. «Красноусол» — 16-сы, «Йәшел сауҡалыҡ» — 41-се, «Йоматау» — 54-се, «Яҡтыкүл» 60-сы урынды биләй. Тикшереүҙә билдәләнеүсенсә, тәүге 100 исемлегендә курот булмаған төбәктәрҙән (Башҡортостан,Татарстан), йәки яңыраҡ ил курорттары булараҡ танылыу яулаған төбәктәрҙең (Алтай крайы) санаторийҙары күпселекте тәшкил итә.
Эшҡыуарлыҡ һөҙөмтәлелеге буйынса тәүге унау иҫәбендә «Янғантау» йәнә беренсе урында, һәм бизнес масштабы буйынса бишенселә. «Йоматау» инвестиция ҡеүәте буйынса тәүге унау исемлегендә алтынсы баҫҡыста тора.
Дөйөм алғанда, 2015 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың ете шифаханаһы 5,2 процент килемлелек күрһәтте (иң яҡшы килемлелек Алтай крайының биш курортында – 15,2 процент, иң түбәне Ҡырымдың биш шифаханаһында — минус 89 процент). Һатыуҙан килгән табыш 3,68 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән, дөйөм табышта өлөш — 10,5 процент. Номер фондының тәьмин ителеше — 86,6 процент.
Читайте нас: