11:57 (UTC+5), 30 Марта 2017

Күмертауҙа Рәсәйҙең көс структураларын карап вертолеттары менән тәьмин итеү буйынса дәүләт заказы үтәлде

автор
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Артем Вәлиев/. 30 мартта Күмертау авиация етештереү предприятиеһының осоу-һынау майҙансығында ике Ка-226Т заманса вертолеты һынау үтте һәм дәүләт заказы буйынса махсус тәғәйенләнештәге авиация өсөн Рәсәйҙең көс структураларына тапшырылды. Ҡанаттары винт рәүешендә өйөрөлөп торған вертолеттар карапҡа ултырыу өсөн яһалған. Вертолеттың компоненттары агрессив диңгеҙ мөхите шарттарында эшләүгә яраҡлашҡан.
Ҙур булмаған вертолеттар еңел ауырлыҡтағы караптарҙа урынлаша ала. Улар конструкцияның модулле булыуы менән айырылып тора, шуға күрә бер тоннаға тиклем йөк ташыу, транспорт кабинаһын ҡуйғанда алты пассажир йөрөтөү өсөн ҡулайлаша ала.
«Ка-226Т вертолеттарын етештергәндә файҙаланылған хәҙерге конструктор ҡарарҙары ошо вертолет башҡара аласаҡ тактик бурыстар даирәһен ярайһы уҡ киңәйтергә мөмкинлек бирә, — ти «Рәсәй вертолеттары» холдингының генераль директоры Андрей Богинский. — Машина яҡшы маневр яһай белеүе һәм идара ителеше менән айырылып тора, ҡулланылышта ябай. Беҙ Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә караптар өсөн еңел вертолеттарға һорауҙың ҙур булыуын күҙәтәбеҙ».
Күрһәтмә осоштар башҡарғанда яңы вертолеттар бер нисә түңәрәк яһаны, һәм, көндөң елле булыуына ҡарамаҫтан, һынаусылар юғары пилотаж фигуралары элементтарын күрһәтте. Бынан тыш, журналистарҙы яңы Ка-32 вертолеты менән таныштырҙылар. Уны Ҡытай компанияһы һатып алған. Ул — донъяла вертолеттарҙың ошо моделен һатып алған алтынсы шәхси компания. Мәҫәлән, Антарктидала ошондай уҡ вертолет йөк тейәү-бушатыуҙа эшләй, төрлө илдәрҙәге Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы кеүек дәүләт ойошмалары 100-гә яҡын вертолет менән тәьмин ителгән.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика