04:22 (UTC+5), 30 Март 2017

Баш ҡалала «Өфө-Ладья» һөнәрҙәр фестивале сиктәрендә тултырма бешерергә өйрәттеләр

Олег Яровиков
Ольга Мортазина
ӨФӨ, 2017 йыл, 30 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 29 мартта Өфөлә «Өфө-Ладья» һөнәрҙәр фестивале асылды. Уның барышында милли аш-һыу фестивале уҙҙы, унда баш ҡаланың башҡорт, рус, япон, грузин, үзбәк һәм башҡа милли аш-һыу тәҡдим иткән 10 рестораны ҡатнашты.
Өфөнөң аш-һыу оҫталары милли ашамлыҡтар бешереү буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарҙы. Балалар диетик туҡланыу үҙәге директоры урынбаҫары Розалиә Сәхибгәрәева үпкә-бауыр менән ярманан тултырма эшләп күрһәтте. Ул эслектәрҙең үҙенсәлекле рецебын, тышлыҡҡа тултырыу һәм ризыҡты бешереү алымын аңлатты.
«Башҡортостан – элек-электән малсылыҡ төбәге. Малдың эсәк, үпкә-бауырҙары йыш ҡына артып ҡалыусан, уларҙы файҙаланыу алымын табыу ҙа еңелдән түгел. Мәҫәлән, үпкәне бешереп тә, ҡурып та булмай, бөйөрөккә лә күп китмәй. Шунан тултырманы уйлап тапҡандар, унда эсәккә үпкә-бауырҙан эшләнгән фарш менән бергә ҡарабойҙай йәки арпа ярмаһын тултырғандар һәм бынамын тигән ит ашамлығы килеп сыҡҡан», — тип һөйләне аш-һыу оҫтаһы.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика