16:52 (UTC+5), 29 Март 2017

Республика теплицала йәшелсә үҫтереү буйынса Рәсәйҙә икенсе урын яуланы

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. 2016 йыл йомғаҡтары буйынса Башҡортостан теплицала йәшелсә үҫтереү күләме буйынса илдә икенсе урынды алды. Был хаҡта, «Агроинвестор» журналына һылтанып, республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итә.
Дөйөм алғанда, 2016 йылда төбәктә 66,5 мең тонна теплица йәшелсәләре үҫтерелгән. Был 2015 йылға ҡарағанда 0,5 процентҡа күберәк. Шуның менән бергә ҡыярҙың уңышы 9,6 процентҡа — 44,4 мең тоннаға тиклем кәмегән. Помидор үҫтереү 26 процентҡа артҡан һәм 21,2 мең тоннаға еткән.
Рәсәйҙә теплицала йәшелсәләр үҫтереү буйынса Краснодар крайы әүәлгесә алда бара — 2016 йылда 88 мең тонна.
Икенсе урында — Башҡортостан — 66,5 мең тонна. Ҡарасәй-Черкес Республикаһы өсөнсө урында килә — 45,8 мең тонна. Дүртенселә Ставрополь крайы — 42,4 мең тонна. Ябыҡ тупраҡта йәшелсә үҫтереү буйынса тәүге бишәү исемлеген Татарстан тамамлай — 37,7 мең тонна.
Шулай итеп, «Агроинвестор» иҫәпләүҙәре буйынса, былтыр ошо биш төбәк бергәләп 280 мең тоннанан ашыу теплица йәшелсәләре йыйған, йәғни Рәсәйҙең ауыл хужалығы ойошмалары алған бөтә уңыштың 34 проценты.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика