03:38 (UTC+5), 29 Марта 2017

Башҡортостан – дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү буйынса алдынғылар иҫәбендә

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 29 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү һөҙөмтәләре буйынса 2015 йыл менән сағыштырғанда дүрт баҫҡысҡа күтәрелеп, 2016 йылғы һөҙөмтәләр буйынса төбәктәр рейтингында етенсе урынды биләй. Федераль үҙәк билдәләгән маҡсатлы күрһәткес 2016 йылда 54,2 процент тәшкил итте, республика 67,7 процентҡа етте.
2016 йылғы рейтинг йомғаҡтары буйынса өс лидер иҫәбенә Мәскәү ҡалаһы, Мәскәү һәм Һамар өлкәләре инде. Рәсәй Иҡтисади үҫеш министрлығы «Дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү үҙәге» дәүләт-шәхси партнерлыҡ ҡатнашыусылары ассоциацияһы менән берлектә төбәктәргә баһа бирә.
Иҫәпләгәндә төбәктә дәүләт-шәхси партнерлыҡ проекттарын ғәмәлгә ашырыу, тейешле норматив-хоҡуҡи тәьминәт, дәүләт-шәхси партнерлыҡ өлкәһендә институт мөхитен үҫтереү тәжрибәләре иғтибарға алына.
Мәскәүҙә барған «Рәсәй дәүләт-шәхси партнерлыҡ аҙналығы» IV инфраструктура конгресында 2016 йылға йомғаҡ яһалды. Уның эшендә Башҡортостандың иҡтисади үҫеш министры Сергей Новиков ҡатнаша.
Белешмә. Дәүләт-шәхси партнерлыҡты үҫтереү кимәле буйынса төбәктәрҙең рейтингын алып барыу ваҡытында Башҡортостан 2013 йылда – 51 урынды, 2014 йылда – 16-сы һәм 2015 йылда 11-се урынды биләне.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика