06:43 (UTC+5), 28 Марта 2017

Төбәктә квалификациялы белгестәрҙе һаҡлау буйынса «юл картаһы» раҫланды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 28 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостанда квалификациялы белгестәрҙе һаҡлау, илдең башҡа төбәктәренән талап ителгән кадрҙарҙы йәлеп итеү, шулай уҡ республиканан ситтәге юғары һәм урта махсус уҡыу йорттарын тамамлаусыларҙы ҡайтарыуҙы әүҙемләштереү буйынса комплекслы саралар планы раҫланды. «Юл картаһы» 2017-2020 йылдарға иҫәпләнгән.
Башҡортостан Хөкүмәтенең тейешле бойороғо рәсми хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылған.
Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда, бөтөн Рәсәйҙәге кеүек үк, эшкә һәләтле халыҡтың кәмеүе күҙәтелә. Был насар демографик хәл һәм граждандарҙың миграция иҫәбенә, шул иҫәптән профессиональ кадрҙарҙың кәмеүе һөҙөмтәһе булды.
Башҡортостан Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтендә билдәләүҙәренсә, планда ҡаралған сараларҙы үтәү халыҡтың миграция иҫәбенә кәмеүен, хеҙмәт ресурстарына ҡытлыҡты һәм республиканың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлекте кәметергә булышлыҡ итәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика