Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
92.51
-0.79
98.91
-0.65
87.67
-0.23
13+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
27 Март 2017, 08:45

Республикала 2017 йылда 2,7 миллион квадрат метр торлаҡ файҙаланыуға тапшырыла

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Башҡортостанда 2017 йылда 2,7 миллион квадрат метр торлаҡты файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Былтыр 2 миллион 698 миллион «квадрат» файҙаланыуға тапшырылды: ул Рәсәйҙә – дүртенсе, Волга буйы федераль округында беренсе күрһәткес. Ошо хаҡта брифингта Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ильяс Мөниров хәбәр итте.
Әлеге ваҡытта республикала 89 мең кеше торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж. Мәсьәләне хәл итеү өсөн төбәк кимәлендә бер төркөм мөһим сара ҡабул ителгән, тип хәтерләтте вице-премьер. Торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж граждандарҙы йәшәү урыны менән тәьмин итеү концепцияһы әҙерләнгән. Башҡортостан Башлығы йәш ғаиләләргә торлаҡ һатып алыуға йәки төҙөүгә бер тапҡыр бирелә торған социаль түләү тураһындағы указға ҡул ҡуйҙы. Хәҙер, Башҡортостан Хөкүмәте мәғлүмәттәре буйынса, республиканың бер кешеһенә уртаса 24,8 квадрат торлаҡ тура килә.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: