06:03 (UTC+5), 27 Март 2017

«Өфө-Ладья» һөнәрҙәр фестивале барышында милли аш-һыу фестивале уҙғарыла

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. 29-31 мартта баш ҡалалағы «ВДНХ-Экспо» комплексы майҙансығында дүртенсе тапҡыр «Өфө-Ладья. Арт. Һөнәр. Сувенирҙар» халыҡ сәнғәте күргәҙмә-фестивале уҙғарыла. Фестивалдә Рәсәйҙән һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенән 150-нән ашыу оҫта һәм халыҡ ижады үҙәктәре ҡатнаша. Республиканың муниципаль райондары ҡорама ҡорау, шәл бәйләү, милли уйын ҡоралдары, милли кейемдәрҙә ҡурсаҡтар әҙерләү, ағас һырлау һәм кейеҙ баҫыу кеүек традицион һөнәрҙәрен күрһәтергә ниәтләй. Бында төрлө йүнәлештәге халыҡ кәсептәре әйберҙәрен — художестволы биҙәү һәм ағас һырлау, һөйәк һырлау, лак менән буялған миниатюра, селтәр үреү, сигеү, художестволы гәлсәр, ювелир әйберҙәр һатып алырға мөмкин. Оҫталыҡ дәрестәре ҡаралған, унда халыҡ һөнәрҙәре менән танышырға теләгән һәр кем саҡырыла. Күргәҙмә программаһында милли аш-һыу фестивален ойоштороу күҙ уңында тотола. Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитетында хәбәр итеүҙәренсә, ун ресторан һәм уҡыу йорттары Башҡортостанда йәшәгән халыҡтарҙың милли ризыҡтарын тәҡдим итә.
«Республика» һәм «Нәнәй» ресторандары — башҡорт, «Сябры» — белорус, «Жемчужина» — әрмән, «Бай-хан» — ҡаҙаҡ һәм татар, «Морошка» — рус, «Хинкальная» — грузин, «Индокитай» — ҡытай, «Японика» — япон, «Бан Эмир» үзбәк аш-һыуын әҙерләй. Өфө яғыулыҡ-энергетика колледжы күргәҙмә ҡунаҡтарына сәй, 136-сы Өфө аҙыҡ-түлек индустрияһы һәм сервис колледжы иһә милли өҫтәл тәҡдим итә.
Бынан тыш, сара барышында Башҡортостандың Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау буйынса дәүләт комитеты «БашЛегПром» еңел сәнәғәт предприятиелары ассоциацияһы менән берлектә «Еңел сәнәғәт буйынса сауҙа мәктәбен» үткәрә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика