11:04 (UTC+5), 27 Марта 2017

Эшҡыуарҙар өсөн бушлай «Бизнес-навигатор» порталы эшләй башланы

Өфө ҡалаһы хакимиәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 27 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ вәкилдәре, шулай уҡ физик берәмектәр өсөн бушлай «Бизнес-навигатор» мәғлүмәт ресурсы эшләй башланы. Портал 169 ҙур ҡаланы, ҡала сервисы өлкәһендәге бизнестың 90 төрөн, 300-ҙән ашыу яҡынса бизнес-планды үҙ эсенә аласаҡ. «Бизнес-навигатор»ҙы әҙерләүсе булып Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡты үҫтереү буйынса федераль корпорация сығыш яһаны.
Яңы порталда һатып алыуҙар өлкәһендә Берҙәм мәғлүмәт системаһы, Берҙәм бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ реестры менән танышырға, бизнес-планды иҫәпләргә, эшҡыуарлыҡ өсөн күсемһеҙ милек һайларға, ярҙам саралары хаҡында белергә, шулай уҡ продукция тураһында мәғлүмәт бирергә, контрагентты табырға һәм тикшерергә, ҙур компанияларҙың һатып алыуҙары тураһында белергә мөмкин.
Бынан тыш, порталда «ТАСС-Бизнес» мәғлүмәт системаһы ла бар, ул да бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттарына бушлай мәғлүмәт алыу мөмкинлеге бирә. Һүҙ, атап әйткәндә, контрагенттарҙың эшмәкәрлегенә мониторинг үткәреү, компания хаҡында иғлан биреү мөмкинлеге, һатып алыуҙарҙы күҙәтеп барыу, Росстат, Үҙәк банк, Рәсәйҙең Федераль һалым хеҙмәте материалдары буйынса интерактив макроиҡтисади отчеттар һәм башҡа мәғлүмәттәр алыу хаҡында бара.
Мәғлүмәт алыу өсөн берҙән-бер шарт — порталда теркәлеү, тип билдәләнә Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәте белдереүендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика