03:14 (UTC+5), 24 Март 2017

Башҡортостан делегацияһы Липецк өлкәһендә кооперацияны үҫтереүҙе өйрәнә

Олег Яровиков
Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 24 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Мөхәмәтдинов етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы эш сәфәре менән Липецк өлкәһендә.
Сәфәрҙең төп маҡсаты – ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын булдырыу һәм уны үҫтереү тәжрибәһен өйрәнеү.
Әлеге ваҡытта Липецк өлкәһе илдә асылған кооперативтар иҫәбе буйынса алдынғы килә. Өлкәлә 40 мең шәхси ярҙамсы хужалыҡ йәлеп ителгән 850-нән ашыу ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы иҫәпләнә.
Кисәге республика делегацияһы Липецк өлкәһе етәкселеге менән осрашты һәм Урман өлкәһенең бер төркөм предприятиеларында булды. Делегация ағзалары «Намыҫлы он» ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативында иген эшкәртеү эше, «Аҡлан» кооперативында ит продукцияһын һатып алыу, эшкәртеү һәм һатыу менән танышты. Бынан тыш, займдар биреп тороу, картуф һәм йәшелсә әҙерләү, һаҡлау һәм эшкәртеү, емеш-еләк үҫтереү буйынса кооперативтарҙа булдылар.
Бөгөн, 24 мартта делегация ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативын һәм әҙерләү эшмәкәрлеген үҫтереү мәсьәләләрендә иң уңышлыларҙың береһендә – Саплығин районында була. Эшкәртеү менән шөғөлләнеүсе кооперативтарҙан тыш, туризм буйынса үҙәккә һәм кооперативтарға ярҙам итеү үҙәктәренә барыу күҙаллана, тип хәбәр иттеләр республика Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика