Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.44
-0.08
93.34
-0.03
67.69
-0.36
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2017, 08:31

Төбәк сантехниктары бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнаша ала

ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/. Рәсәй Федерацияһы Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы «Иң яҡшы сантехник. Рәсәй кубогы» беренселегенә ҡатнашыусыларҙы йыя. 1 апрелгәсә ошонда ғариза тапшырырға мөмкин. Конкурс ике төбәк һайлап алыу этабынан һәм финалдан тора. Ул 22 ноябрҙә Силәбелә үтә.
Ярыштарҙа һәр ҡаланан икешәр белгес ҡатнаша. Тәүге этапта – улар мәктәп уҡыусыларына үҙҙәренең һөнәрҙәре тураһында һөйләргә, икенсеһендә «Изгелек йылыта» тигән социаль проектҡа ҡушылырға тейеш. Ойоштороусылары – Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы һәм «Хыял» хәйриә фонды бушлай сантехника бирәсәк, ә бәйгелә ҡатнашыусылар уны мохтаждарға ҡуясаҡ. Улар ветерандар, пенсионерҙар, инвалидтар, күп балалы йәки аҙ тәьмин ителгән ғаиләләр булыуы мөмкин.
Автор:Ольга Мортазина
Читайте нас: