02:47 (UTC+5), 23 Марта 2017

Мәскәүҙә Башҡортостандың Монголия менән хеҙмәттәшлеге тикшерелде

Галина Бахшиева
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостан Иҡтисади үҫеш министрлығы вәкилдәре Мәскәүҙә Монголияның Рәсәйҙәге Илсеһе Банзрагч Дэлгэрмаа менән осрашты.
Яҡтар Башҡортостан һәм Монголия араһында сауҙа-иҡтисади мөнәсәббәттәрҙе үҫтереү мәсьәләләрен, төрлө социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлештәрендә үҙ-ара хеҙмәттәшлек перспективаларын тикшерҙе.
Осрашыуҙа Мәскәүҙәге Монголия Илселегендә Башҡортостандың иҡтисади һәм инвестиция өҫтөнлөктәрен күрһәтеү мөмкинлеге өйрәнелде.
Башҡортостан Республикаһы Иҡтисади үҫеш министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, 2016 йылда Башҡортостан һәм Монголия араһында тауар әйләнешенең күләме 14 миллион АҠШ доллары тәшкил итте.
Тауар әйләнеше тулыһынса Башҡортостандың экспорт һатыуҙарынан торған: минераль яғыулыҡ, асфальт тауарҙары, төрлө ҡорамалдар, химия сәнәғәте продукциялары, быяла, ҡара металл изделиелары һәм башҡа продукциялар.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика