08:25 (UTC+5), 23 Марта 2017

Өфө менән Сочи араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында Өфө менән Сочи араһында дуҫлыҡ һәм хеҙмәттәшлек тураһында килешеү төҙөлдө. Документҡа Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов һәм Сочи ҡала-курорты башлығы Анатолий Пахомов ҡул ҡуйҙы.
Муниципалитетта билдәләүҙәренсә, килешеү үҙ-ара файҙалы проекттар әҙерләүгә, иҡтисадтың өҫтөнлөклө тармаҡтарын, инвестиция һәм инновация эшмәкәрлеге өлкәһендә ике яҡлы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү буйынса тәжрибә алмашыуға булышлыҡ итәсәк. Шулай уҡ килешеү бәләкәй эшҡыуарлыҡ үҫешенә, мәҙәниәт һәм йәштәр сәйәсәте өлкәһендәге бәйләнештәрҙе нығытыуға һәм үҫтереүгә ярҙам итер, тип көтөлә.
Әле Өфөнөң бер нисә туғандаш ҡалаһы бар: Астана, Анкара, Галле, Шэньян, Цицикар, Наньчан һәм Хэфэй. Бынан тыш, Силәбе һәм Ҡазан менән хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика