Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2017, 09:31

Өфөләрҙе ял көндәрендәге йәрминкәләргә саҡыралар

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 25 мартта сираттағы ауыл хужалығы йәрминкәһе уҙа. Был турала төбәк Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр иттеләр.
Өфөнөң Октябрь һәм Орджоникидзе райондарында фермер һәм шәхси хужалыҡтарҙа етештерелгән йәшелсә, бал, ит, һөт ризыҡтарын, шулай уҡ ауыл икмәкханаларында бешерелгән икмәк, икмәк-ҡалас һәм кондитер изделиеларын һатып алырға мөмкин.
Октябрь районында ауыл халҡы үҙ продукцияһын Спорт һарайы алдындағы майҙанда һәм Сипайлово биҫтәһендәге Рыльский урамындағы аллеяла тәҡдим итә. Орджоникидзе районында сауҙа ғәҙәттәгесә Орджоникидзе исемендәге мәҙәниәт һарайы алдында уҙа.
Автор:Галина Бахшиева
Читайте нас: