Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
94.09
-0.23
100.53
+0.25
87.47
+0.57
16+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Иҡтисад
23 Март 2017, 13:00

Башҡортостан умартасылары халыҡ-ара баҙарҙа яңы бәйләнештәр булдыра

Андрей Старостин
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2017 йыл, 23 март. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/. Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге халыҡ-ара баҙарҙа яңы бәйләнештәр булдыра. Быйыл үҙәк Франция, Көньяҡ Корея, Төркиә, Һиндостан һәм Үзбәкстан компаниялары менән хеҙмәттәшлек итә башланы. Франция партнерҙары менән башҡорт балын оҙатыуға оҙайлы килешеү төҙөлгән дә инде. Бынан тыш, француз эшҡыуарҙары башҡорт бал ҡортона ҡыҙыҡһыныу белдерҙе һәм киләһе умартасылыҡ миҙгелендә республикала бал ҡорттары пакетының һынау партияһын һатып алырға ниәтләй.
Былтыр Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенең Иорданияла һәм Ҡытайҙа яңы партнерҙары барлыҡҡа килде. Ошо илдәрҙең компаниялары менән контракттар төҙөлдө һәм Ҡытай Халыҡ Республикаһының Синьцзян-Уйгур автономиялы округына, Иорданияға бал продукцияһы оҙатылды. Әле Ҡытайға башҡорт балының сираттағы партияһы әҙерләнә, тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгендә.
Эшлекле хеҙмәттәшлек быйыл да уңышлы дауам итә. Ошо көндәрҙә Иорданияға ағастан эшләнгән сувенир һауытта 600 килограмм башҡорт балы оҙатылды. Заказсының талабы буйынса тауарҙың һәр берәмегенә тәьмин итеүсенең тауар билдәһе төшөрөлгән ғәрәп телендәге этикетка йәбештерелгән. Яҡын арала Иордания вәкилдәре бал менән тәьмин итеүгә оҙайлы контракт төҙөү өсөн Башҡортостанға һәм Умартсылыҡ үҙәгенә йәнә килергә ниәтләй.
Читайте нас: